Башҡортостан Республикаһы көнөнә ҡарата 5,6,7класс уҡыусылары менән "Башҡортостан- йәнтөйәк" әҙәби - музыкаль кисә үткәрелде.

Октябрь 13, 2022 Просмотров: 79
Башҡортостан Республикаһы көнөнә ҡарата 5,6,7класс уҡыусылары менән "Башҡортостан-  йәнтөйәк" әҙәби - музыкаль кисә үткәрелде. Тәүге өлөшөндә  уҡыусылар тыуған илебеҙ, еребеҙ, телебеҙҙе данлап шиғыр һөйләнеләр, йырҙар йырланылар. Һуңынан "Уралтау", "Йәншишмә", "Салауат" командаларына бүленеп  арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында кроссвордтар систеләр, тарихи урындарға "сәйәхәт" ҡылдылар, тел ,ил тураһында әйтем-мәҡәлдәр әйтештеләр, төрлө һорауҙарға яуаптар бирҙеләр. Байрам кисәһе барыһына ла бик оҡшаны. Был сара тәрбиәүи эштәр урынбаҫары Гарипова Шәүрә Исрафил ҡыҙы һәм Асы ауыл китапханаһы мөдире Йомағолова Айгөл Әхәт ҡыҙы тарафынан әҙерләнде.