Шайморатовсылар кластарын асыу тураһында

Ноябрь 8, 2022 Просмотров: 100
Ике йыл элек республикала "Шайморатовсылар кластарын асыу тураһында" ғы ҡарар ҡабул ителгәйне. Быйыл ошо йүнәлештә 79 класс асылған.
- Миңә "Смарт" 2- се республика полилингваль күп профилле гимназияһында булыу бәхете тейҙе. Шайморатовсыларҙың етәксеһе Айтуған Рәсих улы Шайморатов исемендәге кластар тураһында һөйләне, уларҙың штабы менән таныштырҙы. Был кластарҙа илдең буласаҡ яҡлаусыларын тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, - тип үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште мәктәп директоры Мөхәмәҙиев Илнур Илгиз улы.
   Легендар генералдың исемен йөрөтөүселәр һәр яҡлап өлгөлө булырына, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә ҙур эштәр башҡарырҙай лайыҡлы ул-ҡыҙҙар булып үҫеүенә һис шик юҡ.