Советтар Союзы Геройы Александр Матросов

Февраль 5, 2024 Просмотров: 17
5 февраль, Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың (Шәкирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов) тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, башланғыс класс уҡыусылары менән Батырлыҡ дәресе үткәрелде.
Уҡыусылар геройҙың ауыр бала сағы, нисек балалар йортона эләгеүе, ниндәй шарттарҙа тәрбиәләнеүе, нисек уның Матросов булып китеүе, үҙ ирке менән Тыуған илен һаҡларға китеүе һәм 19 йәшендә генә батырҙарса һәләк булыуы, Герой исеменә лайыҡ булыуы тураһында белделәр. Дәрес балаларҙа ил батырҙары менән ғорурланыу тойғоһо уятты, батырҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа, ил һаҡсылары исеменә тап төшөрмәҫкә тигән һөйләшеү ҡоролдо.