Яҙғы каникул да үтеп китте...

Апрель 1, 2024 Просмотров: 18
Яҙғы каникул да үтеп китте...
Быйылғы уҡыу йылының өсөнсө сиреген дә тамамлап һуңғы сиреккә килеп еттек. Тантаналы рәүештә үткән линейкала дүртенсе сиреккә бурыс, маҡсаттар ҡуйылды. Мәктәп директоры уҡыусыларға уҡыу йылын уңышлы тамамларға, сығарылыш класс уҡыусыларына, етди әҙерләнеп, имтихандарын яҡшы итеп биреүҙәрен теләне. Шулай уҡ яҙғы ташҡын ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, һаҡ булырға әйтеп үтте, юл ҡағиҙәләрен дә иҫтә тоторға кәрәклеген иҫкәртте.
Һәр ваҡыттағыса конкурстарҙа ҡатнашҡан уҡыусылар үҙ баһаларын алдылар.Был юлы беренселәр, республика кимәлендә үткәрелгән һүрәттәр конкурсында ҡатнашып, грамоталар менән бүләкләнде. Афариндар!
Һуңынан барыһы ла, һәр аҙна башында үткәрелгән "Мөһим һөйләшеү" дәресенә, кластарына таралышты.
Яңы эш аҙнаһы башланды.
Уңыштар һеҙгә, барығыҙға ла!