18 май - "Музейҙар төнө" билдәләнә.
Май 18, 2024
Просмотров: 15
18 май - "Музейҙар төнө" билдәләнә. Музей - ул үткәнебеҙгә - тәҙрә, ә киләсәгебеҙгә - ишек тигән фекер йәшәп килә.
Музейҙарҙың уҡытыу- тәрбиә эшендә әһәмиәте бик ҙур. Халҡыбыҙҙың үткән тормошо, тарихи үткәне бар. Ошо бөтә ҡиммәтле хазиналарыбыҙ музейҙарҙа һаҡлана һәм үҫеп килгән быуында, киләсәк быуында илһөйәрлек, халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө менән ғорурланыу тойғоһо уятыуҙа һәм тәрбиәләүҙә тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары ҙур әһәмиәткә эйә."Музейҙар төнө" көнөнә ҡарата Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге музейҙың ғилми хеҙмәткәре Хәлилова С. М. мәктәп уҡыусылары өсөн музей дәресе үткәрҙе - музей залдарына байҡау яһаны. Бик йөкмәткеле, бай дәрес булды. Осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт булдылар. Ғөмүмән, музей - мәктәп уҡыусылары өсөн иң яратҡан урын. Улар унда бик йыш булалар, экспонаттар менән танышалар, төрлө сараларҙа ҡатнашып торалар, билдәле шәхестәр менән дә осрашыу урыны.
Халҡыбыҙ мираҫын, байлығын һаҡлауҙа, рухи яҡтан тәрбиәләүҙә, йола-кәсептәрҙе, көнкүрешебеҙҙе, шәжәрәбеҙҙе һәм тарихыбыҙҙы өйрәнгәндә музейҙар ҙур роль уйнай. Бала күңелендә тыуған еребеҙгә һөйөү, үткәнебеҙгә хөрмәт, яратыу һәм ғорурланыу хистәре уяна, быуындар бәйләнеше барлыҡҡа киләсәк.