"Көҙгө бал"

Сентябрь 27, 2024 Просмотров: 193
27 сентябрь көнө балаларҙың көтөп алған байрамдарының береһе - "Көҙгө бал" ойошторолдо.
Барыһы ла ихлас әҙерләнгәндәр, күңел һалып эшләгән төрлө ҡул эштәренән, бешерелгән әйберҙәрҙән өҫтәлдәр һығылып торҙо, ә костюмдар күҙҙең яуын алырлыҡ ине. Байрамды биология уҡытыусыһы Ғәниева Д. А. бик матур итеп ойошторҙо. Үткәрелгән конкурстарҙа уҡыусыларҙың барыһы ла ҡатнашырға тырышты.
Көҙ беҙгә ошондай матур байрам бүләк итеп, барыбыҙҙы ла ҡыуандырып тороуына ҙур рәхмәтлебеҙ. Айырыуса, байрамды үткәреүҙә әүҙемлек күрһәткән ата -әсәләргә, балаларға рәхмәт белдерәбеҙ!