1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ!"

"Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ!"

Апрель 27, 2023 Просмотров: 44
"Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ!"
27 апрель көнө Асы мәктәбе коллективын бай йөкмәткеле программа менән Мулдаҡай мәктәбе коллективы үҙенә танышыуға саҡырҙы. Уҡыусылар тарафынан "Дуҫлыҡ күпере" тип аталған концерт ҡуйылды, һуңынан уҡытыусылар "Зирәктәр" һәм "Умырзаялар" командаһына бүленеп интеллектуаль уйында ла ҡатнаштылар, етеҙлектә, тапҡырлыҡта, сослоҡта, мәргәнлектә үҙ -ара көс һынашып та алдылар. Байрамды ойоштороп дуҫлыҡ күперен һуҙыусы коллегаларыбыҙға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ һәм рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.