ШАХМАТНЫЙ ТУРНИР
Ноябрь 11, 2023
Просмотров: 23
11 ноябрь көнө Асы һәм Манышты мәктәбе уҡыусылары Архангель районы Абҙан мәктәбенә осрашыуға барып ҡайттылар. Осрашыу бик фәһемле булды, балалар яҡшы тәьҫораттар алдылар, яңы дуҫтар таптылар. Абҙан мәктәбенең музейында булып, рухи яҡтан байынылар. Уҡыусылар үҙ -ара уйын -ярышта ла ҡатнашып өлгөрҙөләр. Асы командаһы шахмат буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәтһә, Манышты мәктәбе мини футболда көс һынашты.Уйын ике яҡтанда бик көсөргәнешле барҙы. Асы мәктәбенең 3 класс уҡыусыһы Йосопова Ынйы үҙен иң шәп шахматсы итеп танытты, береһенә лә ал бирмәне, барыһын да еңеп, 1- се урынға сыҡты, 2- се урынды Абҙан мәктәбе уҡыусыһы алһа, 3 - сө урын Асы командаһынан Оразбаев Алмас менән Муразымов Илмирға булды.
Афариндар, уңыштар һеҙгә артабан да! Еңеүҙәр алда булһын тағы ла!
Афариндар, уңыштар һеҙгә артабан да! Еңеүҙәр алда булһын тағы ла!