Башҡортостаныбыҙҙың беренсе Президенты Мортаҙа Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулды
Февраль 7, 2024
Просмотров: 25
7 февраль - республикабыҙ халҡы өсөн бик әһәмиәтле көн. Башҡортостаныбыҙҙың беренсе Президенты Мортаҙа Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулды. Уның хөрмәтенә Өфөлә һәйкәл асылды, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, ә тыуған ауылы Тәүәкәндә Күгәрсен районында йорт - музейы булдырылды.
Беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла был мөһим саранан ситтә ҡалманылар. Башланғыс класс уҡытыусыһы Тавабилова Л. М. балаларға беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тураһында һөйләне, һуңынан уның тураһында видеофильм ҡаранылар, тыуған ил тураһында шиғырҙар уҡынылар. Өлкән кластарҙа ла шулай уҡ класс сәғәттәре үтте, китапханала уның тураһында күргәҙмә ойошторолдо.
Оло шәхесебеҙ халҡыбыҙ күңелендә мәңге йәшәр!
Һиндәй затты тарих күргәне юҡ:
Тәрән уйлы, тәрән аҡыллы.
Һүҙ һөйләһәң - һүҙең йөрәк өттө,
Эш эшләһәң - уңған, таҫыллы.