1. Ученикам
  2. Новости
  3. День учителя!!!

День учителя!!!

Октябрь 4, 2024 Просмотров: 11
Уҡытыусы!
Ул бөтә кешеләрҙең дә ғүмер буйы күңел түрендә серле моң һымаҡ һаҡланған иң яҡын кешеһе. Мәктәптә уҡып, оло тормош юлына баҫҡан һәр кем үҙенең остаздарын йылы тойғолар, рәхмәт хистәре менән һәр саҡ иҫкә ала.

Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Был күркәм байрам һәр саҡ уҡытыусыларға, остаздарға ҡарата йылылыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән үтә. Уҡытыусы маҡтаулы һөнәр генә түгел, ә булмыш, шәхес тәрбиәләүҙә, йәш быуынға ҡиммәтле тәжрибәне, белемде һәм мәҙәни байлыҡты тапшырыу йәһәтенән остазлыҡ һәләте. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, ижади уңыштар теләйбеҙ. Уҡыусыларығыҙ үҙегеҙҙе һәр саҡ еңеүҙәре һәм уңыштары менән һөйөндөрөп торһон!