Атайҙар көнө
Октябрь 17, 2023
Просмотров: 85
17.10.2023 мәктәптә Атайҙар көнөнә ҡарата осрашыу - түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо.
Аталы бала - арҡалы бала , ти халҡым. Ысынлап та, атай әсәйле булып, мохтажлыҡ күрмәй, бала саҡ бәхеттәрен татып үҫеүгә ни етә! Һуңынан ғүмер буйына ҡыуанып һөйләрлек хәтирәләргә бай була ул. Балаларыбыҙға атайҙарына арҡаланып, иркәләнеп йәшәргә яҙһын. Ер йөҙөндә ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған, балалары өсөн йән атып торған, эшлекле,аҡыллы, яҡшы атайҙар күберәк булһын!
Бөгөнгө осрашыуҙа ағайҙар балаларға үҙҙәренең бала сағы, мәктәп йылдары тураһында һөйләнеләр, балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, күп уҡығыҙ, күберәк белергә тырышығыҙ, маҡсаттар ҡуйып шуға ынтылырға тырышығыҙ, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫегеҙ, тип кәңәштәрен әйттеләр