1. Учителям
  2. Новости
  3. 2 апрель-Халыҡ-ара балалар китабы көнө

2 апрель-Халыҡ-ара балалар китабы көнө

Апрель 2, 2024 Просмотров: 107
2 апрель-Халыҡ-ара балалар китабы көнө.
Халыҡ-ара балалар китабы көнө 2 апрелдә, Г.Х.Андерсендың тыуған көнөндә үткәрелә.1967 йылда Халыҡара балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте буйынса совет (IBBY) коммерцияһыҙ ойошма тарафынан булдырылған.Был көндө IBBY ике йылға бер Х.К.Андерсен исемендәге премия тапшыра.Бүләк балалар өсөн яҙған яҙыусыға һәм балалар китаптарына һүрәттәр төшөрөүселәргә бирелә.
Халыҡ-ара балалар китабы көнөн үткәреү инициативаһын билдәле немец яҙыусыһы Йелле Лепман күтәреп сыға. Башҡортостанда ла Г.Х.Андерсен исемендәге премия лауреаты бар. Ул Әлибаев Сафуан Әфтәх улы (1996йыл).
Бөгөн ошо көнгә арнап, балаларҙа нәфис әҙәбиәтткә һөйөү, китап уҡырға ҡыҙыҡһыныу, ынтылыу тәрбиәләү маҡсатында, Асы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә яҡташ яҙыусыларыбыҙ, С. Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар берлеге ағзалары Шәйбәков Р.Г., Саматова Ә.М. һәм Кинйәбаева Ф.Х. менән осрашыу булды.
Тәүге өлөшөндә Гарипова Ш.И. уҡыусыларға "Китап-белем шишмәһе" тигән әңгәмә ҡорһа, Асы ауылы китапханаһы мөдире Йомағолова А.Ә. Халыҡ-ара балалар китабы көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы.
Икенсе өлөшөндә һүҙ килгән ҡунаҡтарға-яҙыусыларға бирелде. Улар үҙҙәренең ижад емештәре-шиғырҙары, әҫәрҙәре менән таныштырҙылар. Балаларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙеләр. Ә уҡыусылар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеп,туған тел, ил тураһында шиғырҙарҙы яттан һөйләп, килгән ҡунаҡтарҙы һөйөндөрҙөләр.
Китап-белем шишмәһе.Китапһыҙ йорт-ҡошһоҙ урман.Уҡығандың теле икәү. Китап уҡыһаң белемең артыр, уҡымаһаң- белгәндең дә онотолор, тип халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән. Беҙ китапты белем өҫтәү өсөн генә түгел, ә рухи яҡтан үҫер өсөн дә уҡырға тейешбеҙ.